Шишәмбелә башланған көслө ҡар яуыу, буран арҡаһында райондың ике ауылында: Керәүле-Илюшкинда, Ҡотлоюлда ут һүнде. Бындай ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙерлек һыҙығында торған Ермолаево район электр селтәрҙәре электриктары, тиҙ арала тораҡ пункттарына килеп, авария эҙемтәләрен бөтөрҙө. Йорттарға шул уҡ көндө ут бирелде.