Все новости
Яңылыҡтар
8 Декабря 2016, 14:30

ЗӘК-ИШМӘТТӘРҘЕ ЮРИЙ ҠАРАРҒА БУЛҒАН

Үҙенең ҡар бурандары менән ҡыш айы башланып та китте.

Үҙенең ҡар бурандары менән ҡыш айы башланып та китте. Техникалар юлдарҙы таҙартып өлгөрһөн генә! Алдан яҙып үтеүебеҙсә, район ауылдары араһындағы юлдарҙы таҙартыу ДРСУ ҡарамағында. Ауыл эсендәге юлдар өсөн силсәүиттәр үҙҙәре яуаплы. Улар бының өсөн урындағы фермерҙар йә хужалыҡтар менән алдан килешеү төҙөп ҡуя.

Гәзиттә яҙыуыбыҙса, ДРСУ Зәк-Ишмәт ауыл советына ҡышҡы осорҙа юлдарҙы таҙартып тороу өсөн К-700 тракторы биреп тормаҡсы ине. Ул тракторҙы Зәк-Ишмәттән Фәрит Әҙеһәмов ауыҙлыҡлап, Михайловка – Таймаҫ – Свобода юлдарын таҙартырға тейеш булғайны. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, ул был эштән баш тартҡан һәм К-700-ҡа хәҙер Марьевканан Юрий Максимов ултырасаҡ.

Читайте нас: