Все новости
Яңылыҡтар
12 Декабря 2016, 15:02

23 МИЛЛИОН БЕҘҘЕКЕ

Башҡортостан Республикаһы Хөкү-мәтенең 2016 йылдың 5 декабрендәге 1398-се һанлы...

Башҡортостан Республикаһы Хөкү-мәтенең 2016 йылдың 5 декабрендәге 1398-се һанлы Ҡарарына ярашлы урындағы үҙидаралыҡ органдарының 2015 йылдағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре буйынса 150 млн. һум дотация бүленәсәк. Ул грант формаһында иң яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән 9 муниципаль берәмеккә — Нефтекамск ҡалаһына, Мәләүез, Ишембай, Көйөргәҙе, Тәтешле, Илеш, Бүздәк, Благовар һәм Кушнаренко райондарына бүлеп биреләсәк.
Грант шәмбе көнө, йәғни бөгөн, муниципаль район һәм ҡала хакимиәте башлыҡтарына тапшырыласаҡ. Беҙҙең районға 23 млн. һум аҡса эләгәсәк. Был аҡсаның ҡайҙа һәм нимәгә йүнәлтеләсәге хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт киләһе һандарҙа донъя күрер.
Читайте нас: