Все новости
Яңылыҡтар
12 Декабря 2016, 15:04

БЕҘҘЕКЕЛӘР СЪЕЗДА

Кисә Өфөлә Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәренең VI Съезы уҙҙы.

Кисә Өфөлә Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәренең VI Съезы уҙҙы. Дәүләт власының федераль, республика органдары һәм муниципалитеттар вәкилдәренән торған 600-ләгән кеше йыйылды бында. Улар үҙҙәренең ыңғай тәжрибәләре менән уртаҡлаштылар, муни-ципалитетҡа ҡағылышлы кө-нүҙәк мәсьәләләр хаҡында һөйләштеләр һәм шулай уҡ киләсәккә мөһим бурыстар билдәләнеләр. Съезд эшендә Көйөргәҙе районы Хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов, Көйөргәҙе районы Советы рәйесе Леонид Богатырев, Ермолаево ауыл хакимиәте башлығы Роман Барановский, Илкәнәй ауыл советы хакимиәте башлығы Тимур Иҙрисов, Керәүле-Илюшкин ауыл советы хакимиәте башлығы Игорь Ворошилов, Таймаҫ ауыл советы хакимиәте башлығы Ильяс Юлдыбаев, Шәбағыш ауыл советы хакимиәте башлығы Әлфиә Ханбәкова, Свобода ауыл советы хакимиәте башлығы Сания Сәйетбатталова, Яҡшымбәт ауыл советы хакимиәте башлығы Юнир Сынбулатов ҡатнашты. Күмертау ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев съезда сығыш яһаны.

Читайте нас: