Все новости
Яңылыҡтар
13 Декабря 2016, 15:12

КҮҘ ҺӘМ ҠОЛАҠ БУЛАЙЫҠ

Кисә район хакимиәтендә ике киңәйтелгән комиссия ултырышы үтте.

Кисә район хакимиәтендә ике киңәйтелгән комиссия ултырышы үтте.
Наркотиктарға ҡаршы көрәш комиссияһында беренселәрҙән булып Рәсәй Эске эштәр министрлығының Көйөргәҙе районы буйынса оперуполномоченныйы Алексей Рощупкин наркотиктарға ҡаршы көрәш буйынса ниндәй эштәр башҡарылыуы менән таныштырып үтте. Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы буйынса хәрби комиссар Рәмил Хайрутдинов сығышында хәрби хеҙмәткә алыныусыларҙың һаулығы хаҡында һүҙ йөрөттө. Уның һүҙҙәре буйынса, медицина тикшереүе үткән 337 егеттең 107-һе һап-һау, 134-нең бик ныҡ ҡурҡыныс булмаған сирҙәре бар, ә 4 кеше бөтөнләйе менән хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табылған. Тикшереү үткәс тә, хәрби хеҙмәткә ваҡыты етеүгә хәтлем дауалау курсы үтергә кәрәклеген дә иҫкәртте ул. Шуныһы ҡыуандыра: улар араһында наркотик ҡулланыусылар асыҡланмаған. Төрлө сәбәптәр табып, балаларын әрме хеҙмәтенә ебәрергә теләмәгән ата-әсәләргә еткерер өсөн: «Эшкә алған саҡта бик күп урындарҙа хәрби билет һораясаҡтар. Хәрби билет урынына бирелгән белешмә менән дәүләт хеҙмәтенә эшкә алмаясаҡтар!»- тине.
Врач-нарколог Эльвира Зиатдинова сығышынан күренеүенсә, районда 2016 йыл аҙағына 1 кеше наркотик, 6-ау наркотик матдә, 1 бәлиғ булмаған ағыулы матдә ҡуллана булып сыға. Быйыл 7 кеше иҫәптән төшөрөлгән. Полиция хеҙмәткәрҙәре менән берлектәге эш һөҙөмтәһендә, 9 кеше психоактив матдә ҡулланыу шиге менән тотола. Уларҙың 7-әүһенең аңы томаланған була. Йыл әйләнәһенә 6 мәктәптә наркотиктар буйынса тест үткәрелә. Унда ҡатнашҡан 121 уҡыусының барыһы ла һау. 12 ауылда нарколог менән осрашыу, 2 ауылда «түңәрәк өҫтәл» үткәрелә. Ул шулай уҡ мәктәптәрҙә үткәрелгән тестарға, ата-әсәләре риза булмау сәбәпле, уҡыусыларҙың аҙ йәлеп ителеүенә лә борсолоу белдерҙе (Керәүлелә уҡыусыларҙың 30%-ы ғына килгән). 4 аноним һәм 12 ата-әсә мөрәжәғәт иткән. Был ата-әсәләрҙең алдан хәстәрлек күреүҙәре хаҡында күпте һөйләй. Район мәғариф бүлеге начальнигы Лира Тереғолованың: «Ата-әсәләр йыйылышына нисә тапҡыр йөрөнөгөҙ?» - тигән һорауына: «Саҡырһалар, мотлаҡ киләбеҙ. Педагогтар үҙҙәре лә был хаҡта мәғлүмәт бирә ала», - тигән яуап бирҙе. Суицид артыуын да телгә алды. Шулай уҡ теге йәки был кешегә характеристиканы дөрөҫ яҙырға кәрәклеген белдерҙе ул. Характеристика шундай яҡшы, ә ысынында, тап киреһенсә килеп сыға, ти ул. Шулай уҡ уҡыусыларҙың яртыһынан күберәге гиперактив булыуын да билдәләне ул.
Икенсе комиссия енәйәтселек менән көрәшкә арналды.
Полицияның йәмәғәт тәртибе һаҡлау буйынса начальнигы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Вячеслав Заварзин 2016 йылдың 11 ай һөҙөмтәләре буйынса йәмәғәт урындарында енәйәт ҡылыу былтырғыға ҡарағанда артыуы тураһында һөйләне. Йәмәғәт урындарында һәм урамдарҙа ныҡ булмаған 38, уртаса 11 енәйәт ҡылынған. Барлығы 51 енәйәттең 16-һы мөлкәт менән бәйле. Шулай уҡ йәмәғәт урындарында тән йәрәхәттәре алған 7 осраҡ теркәлгән. Енәйәттәрҙең 23-ө иҫерек кешеләр тарафынан башҡарылған (был былтырғыға ҡарағанда 12-гә күберәк). Шулай уҡ кеше араһында иҫерек килеш йөрөгәндәре өсөн 253 (былтырғыға ҡарағанда 7-әүгә әҙерәк), спиртлы эсемлектәр ҡулланғандары өсөн 11 (6-ға күберәк) кешегә протокол төҙөлгән. Ярамаған урындарҙа алкоголле продукттар һатыусы 19 осраҡ (15-кә күберәк) теркәлгән. 11 ай эсендә административ хоҡуҡ боҙған өсөн барлығы 691 протокол төҙөлгән. Был былтырғы менән сағыштырғанда 86-ға артығыраҡ. Енәйәттәрҙең 16-һы көндөҙгө сәғәт 12-нән 6-ға, 8-ҙе киске 6-нан төнгө 12-гә ҡәҙәр тура килгән. Ә 7-шәр факт төнгө 1-ҙән таңғы 6-ға һәм иртәнге 6-нан көндөҙгө 12 сәғәттәрҙә башҡарылған. Ул шулай уҡ ҡайһы берәүҙәрҙең күршеләрендә ниндәй хәл булыуы хаҡында ла белмәүен әсенеп һөйләне. «Беҙҙең һәр беребеҙ участковыйҙарға ярҙам итергә, уларҙың ярҙамсы күҙҙәре һәм ҡолаҡтары булырға тейешбеҙ», - тине.
Район Советы секретары Әхәт Исламғолов ирекле халыҡ дружинниктары эшен яңыртыу буйынса ентекле аңлатты. Участковыйҙарҙың эше хаҡында уларҙың хужаһы И.В. Морозов ҡыҙыу ғына сығыш яһаны. Дружинниктар эшләмәй, тине ул. Уға яуап итеп Бахмут ауыл советы хакимиәте башлығы Нурия Шәрипова: «Беҙ эшләйбеҙ. Ауылда булған һәр бер сарала дружинниктар эшләй. Уларһыҙ булмай», - тине. «Был турала беҙгә мәғлүмәт биреп торорға кәрәк», - тине Морозов.
Читайте нас: