Все новости
Яңылыҡтар
15 Декабря 2016, 16:04

20 ЙЫЛДАН ПЕНСИЯ АЛА...

Рәсәй Федерацияһы Хәрби Көстәр составын ойошмалы һәм сифатлы туплау маҡсатында БР хәрби комиссариатының

Рәсәй Федерацияһы Хәрби Көстәр составын ойошмалы һәм сифатлы туплау маҡсатында БР хәрби комиссариатының Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы буйынса бүлеге хәрби бурысын үтәгән һәм запаста булған 19 йәштән алып 40 йәшкә тиклем граждандарҙы Үҙәк хәрби округҡа 3 йылға контракт буйынса хеҙмәт итергә саҡыра. Белем кимәле 9 кластан да кәм булмаҫҡа тейеш.

Контракт буйынса хеҙмәт итеүселәргә ай һайын эш хаҡы, төрлө компенсациялар түләнә. Шулай уҡ улар аҙыҡ-түлек һәм әйберҙәр, хеҙмәткәрҙәр өсөн торлаҡ менән тәьмин ителә; медицина һәм шифахана хеҙмәте күрһәтелә; бушлай юғары белем алыу мөмкинлегенә һәм ипотека системаһында ҡатнашыу хоҡуғына эйә; 20 йыллыҡ стаж менән пенсия ала башлай.

Бөтә һорауҙар буйынса Башҡортостан Респуб-ликаһының Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы хәрби комиссариатының 10-сы бүлмәһенә йәки 4-46-03 телефоны аша мөрәжәғәт итергә була.

Читайте нас: