Все новости
Яңылыҡтар
15 Декабря 2016, 16:06

АҠЪЮЛДЫҢ ИКЕНСЕ КИТАБЫ

Маяҡ ауылында йәшәүсе хаҡлы ялдағы уҡытыусы Исмәғил Исхаҡ улы Аҡъюлов проза жанрҙарында Аҡъюл псевдонимы менән уңышлы ижад итә.

Маяҡ ауылында йәшәүсе хаҡлы ялдағы уҡытыусы Исмәғил Исхаҡ улы Аҡъюлов проза жанрҙарында Аҡъюл псевдонимы менән уңышлы ижад итә. Уның 2011 йылда З. Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә «Ер йылыһы» тигән повесы айырым китап булып донъя күргәйне. Автор быйыл әҙәбиәт һөйөүселәрҙе «Саҡрым-саҡрым ғүмер юлдары» тигән яңы китабы менән ҡыуандырҙы. Уға шул исемдәге повесы һәм «Айсберг» тигән эссеһы ингән.
Читайте нас: