Все новости
Яңылыҡтар
15 Декабря 2016, 16:08

ӘРМЕ УРЫНЫНА ТӨРМӘ

Күмертау прокуратураһы, әрме хеҙмәтенә барыу өсөн саҡырыу алып та, хәрби комиссариатҡа...

Күмертау прокуратураһы, әрме хеҙмәтенә барыу өсөн саҡырыу алып та, хәрби комиссариатҡа килмәгәне өсөн 19 йәшлек студент егеткә ҡарата енәйәт эше асҡан. Медицина күрһәткестәре буйынса хәрби хеҙмәткә яраҡлы булып һәм кисектереп тороу хоҡуғы булмауын белә тороп егет хәрби комиссариатҡа килмәй. Шулай уҡ ул яңынан медицина тикшереүе үтер өсөн республика хәрби комиссариатына ла бармайынса ҡасып ҡала. Егет үҙ ғәйебен танымаған һәм уны, 1 йыл һалдат һурпаһы эсеү урынына, 2 йылға иркенән мәхрүм ителеү хөкөмө көтә.
Читайте нас: