Все новости
Яңылыҡтар
15 Декабря 2016, 15:23

ТАҒЫ ЛА БҮЛӘКТӘР БАР ӘЛЕ

Аҙна һайын бүләк» конкурсы дүшәмбе, 12 декабрҙә, тамамланды.

«Аҙна һайын бүләк» конкурсы дүшәмбе, 12 декабрҙә, тамамланды. Лототронда квитанциялар уйнатылып, сынаяҡтар йыйылмаһы Яңы Ямаш ауылынан Нурзия Исмәғилеваның бәхетенә яҙҙы. Оло йәштә булыуы сәбәпле, ул бүләк артынан килә алманы. Сынаяҡтар йыйылмаһын ҡыҙы Гүзәл Йәнбирҙина әсәһенә алып ҡайтып тапшырасаҡ.

2016 йылдың 23 декабрендә гәзит редакцияһы 20 башҡортса йыртма календарь уйнатасаҡ. Унда ҡатнашыу өсөн 2017 йылға, 6 айҙан да кәм түгел, «Юшатыр» гәзитенә яҙылырға һәм редакцияға квитанцияның күсермәһен алып килергә кәрәк. Быға тиклемге конкурстарға ебәрелгән квитанциялар ҙа уйында мотлаҡ ҡатнашасаҡ.

Читайте нас: