Все новости
Яңылыҡтар
16 Декабря 2016, 16:22

ВИДЕОРОЛИКТАРҘА — ӨЛГӨЛӨ ҒАИЛӘЛӘРЕБЕҘ

Республикала «Ғаилә һаулығы копилкаһы» конкурсы үтте. Был сарала районыбыҙ ғаиләләре лә әүҙем ҡатнашты.

Республикала «Ғаилә һаулығы копилкаһы» конкурсы үтте. Был сарала районыбыҙ ғаиләләре лә әүҙем ҡатнашты. Павловканан Федоровтар менән Миколайчуктар һәм Зәк-Ишмәттән Әбсәләмовтар ғаиләләре өйҙәрендәге тәрбиәүи эш тураһында видеороликтар төшөрөлгән презентацияларын ебәргәйне. Аҙна башында республикабыҙ ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы районыбыҙҙың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Вера Фросинаға республика конкурсында әүҙем ҡатнашҡандары өсөн Рәхмәт хаты тапшырҙы.
- Беҙҙең ғаиләләрҙең эштәре күпкә матурыраҡ һәм әһәмиәтлерәк һымаҡ тойолдо. Конкурста ҡатнашҡан ғаиләләребеҙгә, һәр саҡ беҙҙе ҡеүәтләп торған район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтовҡа, район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитетының баш белгесе Виктория Кудиноваға, шулай уҡ беҙҙең совет районыбыҙҙың мәғариф, мәҙәниәт бүлектәре, ауыл советы хакимиәттәре менән дә бергә эшләй, уларҙың барыһына ла рәхмәт.
Ә инде киләһе йылда республикабыҙҙа ҡатын-ҡыҙҙар советы ойошторолғанға 30 йыл тулыуға, Экология йылына арнап башҡараһы эштәр күп әле, - тип үҙенең уй-фекерҙәре менән бүлеште Вера Васильевна.
Читайте нас: