Все новости
Яңылыҡтар
8 Сентября 2017, 17:54

ИҪКЕНЕ ЯҢЫ АЛЫШТЫРА

Күмертауҙың йорттары алдында яңы, заманса, хәүефһеҙ балалар майҙансыҡтары төҙөлә башланы. 2017 йылда 12 йорт алды биләмәһе «Заманса ҡала мөхитен формалаштырыу» федераль программаһында ҡатнашыу хоҡуғы алды.

Күмертауҙың йорттары алдында яңы, заманса, хәүефһеҙ балалар майҙансыҡтары төҙөлә башланы. 2017 йылда 12 йорт алды биләмәһе «Заманса ҡала мөхитен формалаштырыу» федераль программаһында ҡатнашыу хоҡуғы алды.

Балалар уйын майҙансығы төҙөү был программаның бер өлөшө генә. Ҡайһы бер йорттарҙа йәшәүселәр үҙҙәренең ишек алдында резина түшәлгән спорт майҙансығы ла эшләп ҡуйырға ҡарар иткән. Быларҙан тыш йәйәүлеләр йөрөй торған һәм машина ҡуйыу урындары, автомобиль юлдары ла яңыртылып, унда асфальт түшәлә. Шулай уҡ яңы уңайлы эскәмйәләр, сүп-сар һауыттары, яҡтылыҡ саралары ла ҡуйыу планлаштырылған.

Ҡала башлығы Борис Беляев барлыҡ 12 йорт алдында барған эштәр менән яҡындан танышып сыҡты. Ҡайһы бер объекттарҙа эштәр бигерәк ҡыҙыу бара. Бында, хатта, эш графигын уҙып киткәндәр. Бала-саға ла, ололар ҙа яңы үҙгәрештәрҙе шатланып ҡабул итә. Борис Беляев был йорттарҙа йәшәгән халыҡ менән әңгәмәләшкәндән һуң киләһе йылға урындағы бюджет аҡсаһына тағы ла 4-5 резина түшәлгән спорт майҙансығы эшләп ҡуйырға тип ҡарар итте.

Был программа икенсе йылда ла эшләйәсәк. Шуға күрә программаға эләкмәй ҡалған башҡа йорттарҙа йәшәүселәр ҙә йыйылыш үткәреп, кәрәкле документтар йыя башлай ала.

Фото ҡала хакимиәте сайтынан

Читайте нас: