Все новости
Яңылыҡтар
12 Сентября 2017, 14:45

ТИҘҘӘН БАШЛАНА

Быйыл май айында районыбыҙға эш сәфәре менән республика Башлығы Рөстәм Хәмитов килгәйне.

Быйыл май айында районыбыҙға эш сәфәре менән республика Башлығы Рөстәм Хәмитов килгәйне. Шул саҡта район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов республика Башлығынан Ҡансыра ер аҫты газ һаҡлау станцияһынан һуң Илкәнәй ауылы яғына боролған 2,2 км оҙонлоғондағы юлға асфальт түшәргә ярҙам һорауы хаҡында яҙғайныҡ. Ошо көндәрҙә Рөстәм Зәки улы үҙ һүҙендә тороп, 10 миллион һум аҡса күсерҙе. Был эштәрҙе тиҙҙән “Башкиравтодор” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Көйөргәҙе юл төҙөү һәм ремонтлау идаралығы башҡарасаҡ (аҙна аҙағында үткән конкурсты ул отто). Илкәнәйгә кергән юл, юғиһә, ныҡ боҙолғайны, Маяҡ май заводына сеймал ташыған ауыр машиналар ныҡ ярҙам итте быға. Яңы юлды һауа торошо матур ғына торһа һалып та ҡуйырҙар, тик күпмегә сыҙар икән ул, Маяҡтың ғифрит машиналары аҫтында?

Автор фотоһы

Читайте нас: