Все новости
Яңылыҡтар
19 Сентября 2017, 17:49

ЕҢЕҮСЕЛӘР РӘТЕНДӘ

РПЛИ директоры Римма Ғөбәйҙуллина Мәскәүҙә иң яҡшы инновацион проекттар һәм программалар эшләүсе мәктәп методик селтәрҙәренең Бөтә Рәсәй съезында булып ҡайтты.

РПЛИ директоры Римма Ғөбәйҙуллина Мәскәүҙә иң яҡшы инновацион проекттар һәм программалар эшләүсе мәктәп методик селтәрҙәренең Бөтә Рәсәй съезында булып ҡайтты.

Съезда илебеҙҙең 40-лаған төбәгенән ҡатнашыусылар булды. Уларҙың күбеһе инновацион проекттар һәм программалар буйынса төрлө кокурстарҙа еңеүсе мәктәптәрҙең вәкилдәре. РПЛИ ла улар рәтендә. Сарала тәжрибә уртаҡлашыу, яңылыҡтар менән танышыу өсөн бар мөмкинлектәр тыуҙырылған. Римма Айрат ҡыҙы ла үҙенең сығышында инновацион программаның РПЛИ базаһындағы эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. 2016-2020 йылдарҙа 2.3-сө Федераль маҡсатлы бындай белем биреү технологияһы программаһын таратыу өсөн 30-ҙан да кәм булмаған милли методик селтәрҙәр булдырырға ҡарар ителгән.
Читайте нас: