Все новости
Яңылыҡтар
19 Сентября 2017, 17:56

Гранттар булдырылды

Төбәктә Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлап ҡалыуға, пропагандалауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн республика Башлығы гранттары булдырылды. Гранттарҙы йыл һайын тапшырыу ҡаралған. Рөстәм Хәмитов тейешле указға ҡул ҡуйҙы.

Документ республика биләмәһендә йәшәгән халыҡтарҙың туған телен һаҡлап ҡалыуға, Башҡортостандың дәүләт телдәрен ирекле өйрәнеү өсөн шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән. Ул башҡорт телен һәм республика халыҡтары телдәрен өйрәнеү системаһының һөҙөмтәлелеген тәьмин итергә, ошо өлкәлә кадрҙар һәм методик ҡеүәтте үҫтереү өсөн шарттарҙы камиллаштырыуға мөмкинлек бирә. Указ Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тәҡдимдәрен ҡарау һөҙөмтәһе булды.

Редакциянан:

Интернет селтәрендәге “Юшатыр” төркөмөндә тел буйынса фекер алышыу барһа, гәзиттә “Туған телемдә һөйләшәм” тип аталған конкурс иғлан иттек. Шулай уҡ ,тиҙҙән, “Юшатыр” гәзите ошо тема буйынса түңәрәк өҫтәл үткәрәсәк. Теләктәре булғандар түңәрәк өҫтәлдә ҡатнаша, үҙ фекерҙәрен яҙа ала.
Читайте нас: