Все новости
Яңылыҡтар
19 Сентября 2017, 17:46

КОНТОРАЛА ҠАЛДЫРМАҒЫҘ

Искра ауыл хужалығы контораһын талауҙары хаҡында беҙҙә хәбәр булды (60 мең тәңкәне кеҫәһенә һалды ҡараҡтар), унан алда Мәләүез, Әбйәлил райондарында ла ошондай уҡ стилдә урлауҙар булды.

Искра ауыл хужалығы контораһын талауҙары хаҡында беҙҙә хәбәр булды (60 мең тәңкәне кеҫәһенә һалды ҡараҡтар), унан алда Мәләүез, Әбйәлил райондарында ла ошондай уҡ стилдә урлауҙар булды. Бына яңыраҡ Түкән хужалығы контораһына ла сират еткән. Ауыҙын асһа үпкәһе күренеп торамы хужалыҡтың йәки ул олигарх етәкләгән хужалыҡмы - бурҙар ҡарап тормай. Әлеге конторала алырлыҡ йүнле әйбер (аҡса тураһында әйтеп тораһы ла түгел) булмағандырмы, ҡараҡтар ноутбук тотоп сығып киткән. Күрелгән зыян 20 мең һумға баһалана. Бер үк кешеләр кәсеп итәлер тип һығымта яһай полиция. Шуға ла контора-фәләнегеҙҙә кеше күҙен ҡыҙҙырырлыҡ нәмә ҡалдырмағыҙ тиҙәр. Ҡәләмеңде тотоп сығып китһәләр ҙә ҡыйын - ул да аҡса.
Читайте нас: