Все новости
Яңылыҡтар
22 Сентября 2017, 16:25

КРИМИНАЛЬ ХРОНИКА

Үткән аҙнала район полиция бүлегендә 30 хоҡуҡ боҙоу осрағы теркәлгән. Был күләм уртаса күрһәткестән байтаҡҡа күберәк. Шуларҙан юл-транспорт ваҡиғаларына - 8, админстратив хоҡуҡ боҙоуҙарға - 11, паспорт һәм башҡа документтар юғалтыуға - 4 факт ҡарай.

Үткән аҙнала район полиция бүлегендә 30 хоҡуҡ боҙоу осрағы теркәлгән. Был күләм уртаса күрһәткестән байтаҡҡа күберәк. Шуларҙан юл-транспорт ваҡиғаларына - 8, админстратив хоҡуҡ боҙоуҙарға - 11, паспорт һәм башҡа документтар юғалтыуға - 4 факт ҡарай.
КЮВЕТҠА ОСҠАН
Юл-транспорт ваҡиғаларында автомобилдәрҙең механик зыян күреүенән тыш ике ҡатын яра ла алған. Ҡайһы бер водителдәр ваҡиға урынынан ҡасыу яғын ҡарай. Әйтәйек, Таймаҫта аҙна уртаһында Лада Гранта автомашинаһының руле артында ултырған кеше юл-транспорт ваҡиғаһы урынында туҡтауҙы кәрәк тип тапмаған. Хәҙер тигеҙ юлдарҙа елдәй елеп йѳрѳүселәр ҙә аҙым һайын осрай. Шундай тиҙ йѳрѳү менән мауыҡҡан бер водитель Бѳгѳлсән ауылы янында юлға һыймай кюветҡа тѳшѳп киткән. Ә Ермолаевоның Чапаев урамында берәү скутерҙа урамдағы юлда тиҙ йѳрѳү буйынса күнекмәләр уҙғара икән.
ТӘҘРӘ ВАТАЛАР
Был аҙнала айырым кешеләр араһында, ғаиләләрҙә ғауғалашыуҙар күп булған. Һѳҙѳмтәлә мѳнәсәбәттәр боҙолған, матди зыян күрелгән.

«Ҡунаҡ булһаң – тыйнаҡ бул» тиһәләр ҙә, Ермолаевоның Йәшел урамынан бер ир хәбәр итеүенсә, уларға күптән түгел тѳрмәнән ҡайтҡан кеше инеп, ѳйҙәренән сыҡмай икән. Яңы Ямашта иҫерек ҡатын бер йорттоң тәҙрәһен ватҡан, ҡапҡаға типкән. Ә Яманһарыла бер кѳслѳ зат өләсәһен туҡмаған, тәҙрә быялаларын селпәрәмә килтергән. Район үҙәгенең Калинин урамындағы йорттан белдереүҙәренсә, иҫерек ир ғаиләһендә тауыш ҡуптарған, бәләкәй балаларҙы ҡурҡытҡан, әшәке һүҙҙәр ҡулланған. Яҡшымбәттә ир кеше күршелә йәшәгән ике гүзәл затҡа ҡарата физик кѳс ҡулланған.
ЭСКЕЛЕК ҺӨҘӨМТӘҺЕ
Аҙна арауығында үҙәк дауаханаға ике ҡатын юл-транспорт ваҡиғаларында яра алып мѳрәжәғәт иткән. Аллабирҙе ауылынан 43 йәшлек ир суррогат алькоголь эсемлек ҡулланып, тиҙ ярҙам машинаһында йән биргән.

Мәҡәләне район полиция бүлегенән алынған мәғлүмәтте ҡулланып Урал ҠӘЙҮПОВ әҙерләне

Читайте нас: