Все новости
Яңылыҡтар
22 Сентября 2017, 16:54

ТРАКТОР ҠАЙТТЫ

Һөйөнсө! Шишәмбе көнө «Урындағы инициативаларҙы хуплау» программаһы буйынса Яҡшымбәт һәм Шәбағыш силсәүиттәре трактор алып ҡайтты.

Һөйөнсө! Шишәмбе көнө «Урындағы инициативаларҙы хуплау» программаһы буйынса Яҡшымбәт һәм Шәбағыш силсәүиттәре трактор алып ҡайтты. Ике башлыҡтың да ауыҙҙары ҡолағына еткән. Был улар өсөн дә, халыҡ өсөн дә ҙур ҡыуаныс (аҡсаны халыҡ та йыйҙы). Бер трактор хаҡы, иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 1300 000 һум. Ҡалғандар был программа буйынса төрлөһө төрлө эш планлаштыра. Кемдәрҙер эштәрен тамамлап та ҡуйҙы, ҡайһыныһылыр әле башлап тора (Был турала икенсе биттә уҡығыҙ). Бойорған булһа, уларҙың да хыялы тормошҡа ашыр. Ә әлегә был ике силсәүиттән көнләшеп, улар өсөн ҡыуанып торорға кәрәк.
Читайте нас: