Все новости
Яңылыҡтар
26 Сентября 2017, 14:26

АУЫЛ ЙОҠЛАЙ, МАЛ ЮҒАЛА

Аҡһары ауылында 22-нән 23-нә ҡараған төндә бер кешенең бәйләүҙә торған йәш ярымлыҡ үгеҙен алып сығып киткәндәр.

Аҡһары ауылында 22-нән 23-нә ҡараған төндә бер кешенең бәйләүҙә торған йәш ярымлыҡ үгеҙен алып сығып киткәндәр. Мораптал силсәүитендә был инде 4-се мал урлау осрағы. Тағы ла береһе лә бер нимә лә күрмәгән. Үткәнендә генә район башлығы һәр ауылда төндәрен дежурство ойоштороғоҙ, өй беренсә сиратлап ирҙәр ҡараулаһындар малдарҙы, төндә машина ут яндырып килә, әллә ҡайҙан күренә, тигәйне, юҡ, был эшләнмәне, силсәүит тә йоҡлай, ауыл да йоҡлай, ә мал юғала.Ул үгеҙҙе бит машинаға тейәгәндәр, тегеһе нимә уйлап етәккә китеп бара икән, ҡан алырға алып барам тиһәң оло бәлә, трактор менән тартып та алып барырмын тимә, әллә уғрыларҙың сихыры бармы, әллә сит планета кешеләре килеп алып китәме ғәзиз малҡайҙы? Артабан да яҙмыш аралар, минең малды урламаҫтар әле тип бошмай ятһаҡ, булмай, тине Әхәт Ҡотлоәхмәтов, кешенең этләнеп үҫтергән малы хаҡында хужа үҙе лә, ауыл башлыҡтары ла ҡайғыртырға тейеш. Тағы бер нәмәһе бар: ауылда кемдер ҡараҡтарға тура юлды, кемдең ҡайҙа һыйыры торғанын күрһәтеүсе булырға тейеш. Ошо кешеләрҙе лә аулау мотлаҡ, тине. Әллә ошонан һуң да малдар ҡанатланыуы дауам итһә, тағы ла ниндәй ысул уйлап табырға?
Читайте нас: