Все новости
Яңылыҡтар
29 Сентября 2017, 14:27

ЭШТӘР ЕҢЕЛЛӘШӘСӘК

Аҙна башында “Урындағы инициативаларҙы хуплау” программаһы буйынса Таймаҫҡа 800 мең һумға тракторға аҫылмалы ҡорамалдар алып ҡайттылар.


Аҙна башында “Урындағы инициативаларҙы хуплау” программаһы буйынса Таймаҫҡа 800 мең һумға тракторға аҫылмалы ҡорамалдар алып ҡайттылар. Комплектҡа КУН-10 тейәгесе, роторлы сапҡыс, роторлы ҡар таҙартҡыс һәм арба керә. Таймаҫ ауыл советы хакимиәте башлығы Ильяс Юлдыбаев, әйтеүенсә, хәҙер эштәр күпкә еңелләшәсәк, юҡһа ауылда арба табыуы ла ҡыйын ине, ә бында барыһы ла буласаҡ. Аҡсаның 75 меңе халыҡтан, 75 меңе спонсорҙарҙан, ҡалғаны хөкүмәттән.
Читайте нас: