Все новости
Яңылыҡтар
29 Сентября 2017, 14:29

ТАШЛАМАЛЫ ТРАКТОР

Бисә алыр булһаң, кейәүгә ауылға сығырын белһә, ҡатын кеше ирҙән тракторың бармы тип һорай.

Бисә алыр булһаң, кейәүгә ауылға сығырын белһә, ҡатын кеше ирҙән тракторың бармы тип һорай. Тракторһыҙ хәҙер ауылда тере ҡулһыҙ, бер ни ҡырып булмай, ә кешегә ялынып йөрөһәң, нервың да, аҡсаң да бөтә. Бына силсәүиттәребеҙ тракторлы булды, шәхси кеше лә баш тартмаҫ ине арзаныраҡ тимер ат тап итһә. Ҡасандыр Күмертауҙа Толпар тракторы сығара башлайбыҙ тигән хәбәрҙе иҫләйһегеҙме? Ул бер матур әкиәт һымаҡ ҡына хәтерҙә тороп ҡалды, осто Толпарыбыҙ ҡайҙалыр. Һәм бына беҙ булдыра алмағанды ҡытайҙар эшкиндермәксе - Шишмәлә улар тиҙҙән «YTO» тип аталған 80 – 220 ат көслө трактор сығара башлаясаҡ. Ауыл эшсәне һатып алһа, уға 50% cубсидия ҡаралған - шәп бит. Йылына 10 000 трактор эшләнәсәк ти ҡытайҙар. Яңғыҙаҡ ир-егеттәр, был ташламалы тракторҙы алырға әҙерләнегеҙ, аҙаҡ ҡалғаны ла булыр, бәлки.
Читайте нас: