Все новости
Яңылыҡтар
3 Октября 2017, 19:36

БАССЕЙН БУЛМАҺА ЛА…

29-30 октябрҙә Туймазыла Республика буйынса XXV Ауыл спорт уйындарының финал ярышы үтте.

29-30 октябрҙә Туймазыла Республика буйынса XXV Ауыл спорт уйындарының финал ярышы үтте. Унда районыбыҙҙың Ермолаево ауылынан Сергей Савин, Михаил Чуев, Таймаҫтан Юнир Тунасов һәм Аҡһарынан Рәсимә Ҡотлоәхмәтова менән Эльвина Хәмитова ҡатнашты. Улар йөҙөү буйынса 24 команда араһында 3-сө урынға сыҡтылар. Миәкә, Стәрлебаш райондарында бассейн булһа ла, көйөргәҙеләр уларҙан шәберәк йөҙҙө. Беҙҙә бассейн төҙөлһә, спортсыларыбыҙ һис шикһеҙ 1-се урынды ла яуларҙар.

Шулай уҡ ошо көндәрҙә Баймаҡ ҡалаһында бокс буйынса 14-се Бөтә Рәсәй турниры үтте. Тренерҙары Иван Логачев етәкселегендә Ермолаевоның 1-се мәктәбенән Руслан Йәғәфәров менән Данил Искәндәров финалда 2-се урын яуланы.
Читайте нас: