Все новости
Яңылыҡтар
3 Октября 2017, 19:23

БЕР ҮК ҺҮРЕЛМӘҺЕН

Абдул ауылында Ололар көнөндә өлкән йәштәгеләр бик теләп матур итеп кейенешеп, күстәнәстәрен тотоп байрамға арналған сараға мәктәпкә килде.

Абдул ауылында Ололар көнөндә өлкән йәштәгеләр бик теләп матур итеп кейенешеп, күстәнәстәрен тотоп байрамға арналған сараға мәктәпкә килде.

Уҡыу йортонда «Искра» ауыл хужалығы кооперативы, Якшымбәт ауыл биләмәһе, спонсорҙарыбыҙ Ришат Кусанов, Фәнүр Сөләймәнов, Радик Кәримов, Салауат Байғужин, Спартак Ишмөхәмәтовтар ярҙамында мул табын әҙерләнгәйне. Ауылыбыҙҙың үҙешмәкәр артистары Миңлеғәли менән Зәйтүнә Суриндар, Эльвира Собханғолова, Юлиә Ниғмәтуллина, Гүзәл Ниғмәтуллина, мәктәп уҡыусылары Сөмбөл Ниғмәтуллина менән Азалия Ниғмәтуллина, Камилла Ишмөхәмәтова ҡатнашлығында матур йөкмәткеле концерт программаһы әҙерләнгәйне. Концерттан һуң өлкәндәр үҙҙәре йырлашып, бейешеп, рәхмәттәр әйтеп таралышты. Аш-һыу әҙерләүҙә ярҙам иткән Гөлназ Сөләймәнова менән Рида Йосоповаға, концерт программаһы әҙерләгәндәре өсөн Айһылыу Ниғмәтуллина менән Лилиә Усмановаға ҙур рәхмәттәрен белдерҙе өлкәндәр. Шулай уҡ «Искра» ауыл хужалығы кооперативы, Яҡшымбәт ауыл биләмәһе үҙҙәренең хаҡлы ялдағы пенсионерҙарына күстәнәстәр таратты. Өлкәндәр көнө лә үтеп китер, тик үҙ яҙмыштары менән беҙгә үрнәк булған ололарға хөрмәтебеҙ генә бер үк һүрелмәһен. Хөрмәтле өлкән йәштәге ауылдаштарым, һәр вакыт шулай көләс йөҙлө, алсаҡ булып ҡалығыҙ, сәләмәтлек ташламаһын үҙегеҙҙе, тағы ла бер тапҡыр байрам менән һеҙҙе.

Лилиә УСМАНОВА
Абдул ауылы

Читайте нас: