Все новости
Яңылыҡтар
3 Октября 2017, 19:24

ХӨРМӘТЛӘНЕЛӘР, БҮЛӘКЛӘНЕЛӘР

Халыҡ-ара Оло йәштәгеләр көнө Яҙлау ауылында ҙур байрамға әүерелде. Хаҡлы ялдағы ауылдаштарым матур итеп кейенеп клубҡа йыйылды.

Халыҡ-ара Оло йәштәгеләр көнө Яҙлау ауылында ҙур байрамға әүерелде. Хаҡлы ялдағы ауылдаштарым матур итеп кейенеп клубҡа йыйылды.

Улар өсөн Яҡшымбәт ауыл мәҙәниәте йорто хеҙмәткәрҙәре ҙур концерт әҙерләп алып килгәйне. Әртистәрҙе оҙаҡ итеп ҡул сабып, ҡабат-ҡабат саҡырып сығарып ҡына торҙолар. Мәҙәниәт йорто директоры Гөлфиә Исхаҡова, бейеүсе Гөлшат Хәйбуллина, йырсылар Раушания Сынбулатова, Альмира һәм Сәлим Әбсәләмовтар, Зилә Хөсәйенова, Рәхим Бикмаев, «Йондоҙсоҡтар» бейеү ансамбленә шундай ҙа матур байрам ойошторғандары өсөн рәхмәтлебеҙ. Ололарҙы хөрмәт итеп ҡотларға килгән, үҙе менән әртистәр ҙә алып килгән ауыл советы хакимиәте башлығы Юнир Ирек улы Сынбулатовҡа рәхмәттәребеҙ сикһеҙ.

Матур концерттан һуң ололарҙың барыһын да өҫтәл артына саҡырҙылар. Бында мул табын әҙерләнгәйне. Ҡунаҡтарыбыҙ үҙҙәре лә буш ҡул менән килмәгән, һәр береһе тәмле-тәмле күстәнәстәрен алып килгән. «Искра» хужалығы етәксеһе Рәмил Ғиниәт улы Мостафин ололарға бүләк таратып ҡына ҡалманы, ит һәм икмәк менән дә ярҙам итте. Уға барлыҡ ауыл халҡы исеменән рәхмәт белдерәбеҙ. Шулай уҡ табынға аш, тәм-томдар әҙерләүсе, йүгереп йөрөп һыйлаусы йәштәргә лә оло рәхмәт әйтке килә.

Ололарыбыҙ табын артында матур йырҙар йырлап ултырҙы. Асия Ҡайғолова, Луиза Баймөхәмәтовалар төрлө-төрлө йырҙарҙы башлап ҡына торҙо, башҡалар шунда уҡ ҡушылып, йырлап та ебәрҙе. Шулай итеп ололар байрамы күңелле итеп үтеп китте. Барыбыҙ ҙа иҫән-һау булайыҡ, тағы-тағы осрашып торайыҡ, тип таралыштыҡ.

Миңзәлә РАХМАНҒОЛОВА
Яҙлау ауылы

Читайте нас: