Все новости
Яңылыҡтар
3 Октября 2017, 19:22

ХӘТЕРЛӘНЕЛӘР ҘӘ, ЙЫРЛАНЫЛАР ҘА

Район үҙәгенең 2-се һанлы урта мәктәбендә, ғәҙәттәгесә, быйыл да мәғариф ветерандарын Ололар кѳнѳ менән тәбрикләүгә арналған сара ойошҡанлыҡ менән уҙғарылды.

Район үҙәгенең 2-се һанлы урта мәктәбендә, ғәҙәттәгесә, быйыл да мәғариф ветерандарын Ололар кѳнѳ менән тәбрикләүгә арналған сара ойошҡанлыҡ менән уҙғарылды.

Ошо белем усағында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡандарҙы етәкселәр ишек янында ҡуш ҡуллап ҡаршыланы. Улар ѳсѳн мәктәп буйынса экскурсия үткәрелеүе ѳлкәндәр күңеленә айырыуса хуш килде. Уҡыусыларҙың бай йѳкмәткеле әҙәби-музыкаль композицияһын, йыр-бейеүҙәрен ветерандар алҡыштарға күмде. Мул сәй табыны артында ололар күңелдәре булғанса хәтирәләргә бирелеп, йырлашып, аҙыҡ-түлек йыйылмаһын алып, күтәренке кәйефтә ѳйҙәренә таралышты.

Урал ҠӘЙҮПОВ
Айсыуаҡ ауылы

Читайте нас: