Все новости
Яңылыҡтар
3 Октября 2017, 19:26

Күңелдәргә үтте

1 октябрь көнө Айсыуаҡ мәҙәниәт йортонда Халыҡ-ара ололар көнөнә арналған матур сара булды.

1 октябрь көнө Айсыуаҡ мәҙәниәт йортонда Халыҡ-ара ололар көнөнә арналған матур сара булды.

Инәй-бабайҙарҙы Ермолаево ауыл советы хакимиәте исеменән Марина Букреева ҡотлап изге теләктәр әйтте. Шулай уҡ Күмертауҙан килгән Антон Лутченко оло йәштәгеләрҙең йәш саҡтағы йырҙарын башҡарҙы, һәм уның моңдары байрамға килгән һәр береһенең йөрәгенә үтеп инде. “Ете ҡарт һәм бер ҡыҙ” исемле элекке фильмды ҡарағанда инәй-бабайҙарыбыҙ өҫтәл артында тәмлекәстәр менән сәй эсте. Сараны үткәреүҙә спонсор ярҙамы күрһәтеүсе “Ямал”, “Ләйсән” магазиндары хужаларына һәм Ермолаево ауыл советы хакимиәтенә ҙур рәхмәт.

Екатерина НИҒМӘТОВА
Автор фотоһы

Читайте нас: