Юшатыр
+1 °С
Болотло
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Яңылыҡтар
3 Октябрь 2017, 19:18
КОНЦЕРТ ШӘП, ХАЛЫҠ АҘ
Үткән йомала райондың «Йәшлек» мәҙәниәт һарайында Ермолаевола йәшәгән оло йәштәр өсөн байрам концерты ойошторолдо.
Үткән йомала райондың «Йәшлек» мәҙәниәт һарайында Ермолаевола йәшәгән оло йәштәр өсөн байрам концерты ойошторолдо.
Район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов, район ветерандары советы рәйесе Алексей Тарасов ҡотлау һүҙҙәрен яуҙырғас, «Йәшлек»тәр үҙҙәре әҙерләгән матур концерт программаһын тәҡдим итте. Байрам йыр һәм бейеү менән үрелеп барҙы.
Шундай матур концерт программаһын ҡарарға килеүселәрҙең бик күп булмауы ғына бер аҙ күңелде ҡырҙы, әлбиттә. Ермолаевола оло йәштәгеләр улай әҙ түгелдер ҙә бит. Байрам хөрмәтенән улар өсөн генә тәғәйенләнгән кисәне ҡарар өсөн бер аҙ ғына ваҡыт бүлһәләр ҙә булыр ине, тип уйлап ҡуяһың, ирекһеҙҙән.
Читайте нас:
Теперь мы в Telegram
Подписывайтесь на наш канал https://t.me/yhatir
Cайт использует файлы cookie и сервисы сбора технических данных посетителей.
Продолжение пользования сайтом является согласием на применение
данных технологий
Принять