Үткән аҙна аҙағында, кисен, Бахмут яланында (А7 АГРО хужалығы) ер һөрөп йөрөүсе ир К-700 тракторы менән ниңәлер артҡа бирергә була, ә аҫта уйһыулыҡ, ғифриттәй машина нейтраль тиҙлектә түбән төшә башлай. Әллә ҡаушауҙан, әллә башҡа сәбәп була, тракторҙы механизатор туҡтата алмай (һабаны күтәртелгән була), бер нисә метр тәгәрәгәндән һуң, һыулы соҡорға сума. Ҡапыл бәрелеүҙән 40 йәшлек ир артҡы тәҙрәнән сығып оса. Уның бер нисә ере һынған, шул иҫәптән умыртҡа һөйәге лә. Ҡыҙғанысҡа, йәш ир яҡты донъя менән хушлаша.