Все новости
Яңылыҡтар
3 Октября 2017, 19:11

УН КӨНЛӨКТӘ ЯҘЫЛЫП ҠАЛЫҒЫҘ

2017 йылдың 5 октябренән 15 октябренә тиклем «Рәсәй почтаһы» Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө үткәрә.

2017 йылдың 5 октябренән 15 октябренә тиклем «Рәсәй почтаһы» Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө үткәрә.

Был акция сиктәрендә ҡайһы бер матбуғат баҫмаларына арзаныраҡ хаҡҡа яҙылыу мөмкинлеге буласаҡ.

«Изгелек ағасы» акцияһы дауам итә. Теләге булған һәр кеше балалар йорттарына, интернат-мәктәптәргә, ҡарттар йорттарына, ветерандарға үҙе теләгән гәзит йә журналды яҙҙыра ала.

Ун көнлөктә «Матбуғатҡа яҙылыусылар көндәре» үтә:

5 октябрҙә Ермолаево почта элемтә бүлегендә: Ермолаево ауылы, «Йәшлек» мәҙәниәт һарайы;

6 октябрҙә Маяҡ почта элемтә бүлегендә: Маяҡ ауылы, Ғафури урамы, 18;

10 октябрҙә 4-се һанлы почта элемтә бүлегендә: Пятки ҡасабаһы, Шоссе урамы, 11;

12 октябрҙә 8-се һанлы почта элемтә бүлегендә: Дзержинский урамы, 3;

13 октябрҙә Бахмут почта элемтә бүлегендә: ауыл мәҙәниәт йортонда;

14 октябрҙә үҙәк баҙарҙа (матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгөн тамамлау).

Ҡала һәм район почта бүлектәре матбуғатҡа яҙылыусыларҙы көтә.

Ҡәҙерле «Юшатыр» гәзите уҡыусылары, был ун көнлөктә районыбыҙҙа һәм ҡалабыҙҙа башҡорт телендә донъя күреүсе берҙән-бер милли матбуғат баҫмаһына әүҙем яҙылырға саҡырабыҙ. Мөмкинлектән файҙаланып ҡалығыҙ.

Матбуғат баҫмаларына яҙылыу буйынса барлыҡ һорауҙар менән 4-79-22 телефонына шылтыратыуығыҙҙы һорайбыҙ.


Читайте нас: