Все новости
Яңылыҡтар
3 Октября 2017, 19:33

ЯҢҒЫҘЛЫҠ ФАЖИҒӘҺЕ

Үткән шәмбелә Дедово утарында 85 йәшлек әбей янып үлгән. Бәләкәй генә йортондағы утты мейесенән сыҡҡан тип фаразлайҙар - утын яғып йылытылған булған өйө. Инәйҙең 4 балаһы бар, шулай ҙа ул нилектәндер яңғыҙы көн иткән, ошоңарсы уны район хакимиәте бер нисә тапҡыр ололар йортона ла урынлаштырған булған, тик әбей был йортто үҙ итмәгән, гел ҡасҡан. Хәҙер килеп, инәйебеҙ янып үлгәс, балалары силсәүитте ғәйепләмәксе - ҡайҙа ҡаранығыҙ, ниңә тикшереп торманығыҙ? Кем әйтмешләй, ниндәйҙер һүҙ өҫтәү ҙә артыҡ, әсә кеше балаларын үҫтергәндә (бигерәк тә Совет заманында), сабыйҙарымды ҡарағыҙ, һеҙҙең өсөн таптым, тип әйттеме әллә төн йоҡоларын йоҡламай яндарында бишек йырҙары көйләп ултырҙымы икән?

Быйыл районда барлығы 19 янғын булған (былтыр -29), 2016 йылда бер үлем осрағы булмаһа, быйыл янғында үлеүселәр һаны - 3.

М. ИЛЬЯСОВ

Читайте нас: