Все новости
Яңылыҡтар
3 Октября 2017, 19:35

ЯҢЫРТЫЛАСАҠ

Бер нисә йыл элек район үҙәгенең “Йәшлек” мәҙәниәт йорто ҡаршыһында “Почет таҡтаһы” булдырылғайны.

Бер нисә йыл элек район үҙәгенең “Йәшлек” мәҙәниәт йорто ҡаршыһында “Почет таҡтаһы” булдырылғайны. Унда 64 хеҙмәт алдынғыларының фотолары ҡуйыла һәм йыл һайын яңыртылып тора. Республика көнөндә “Почет таҡтаһында” яңы кандидаттарҙың фотолары урын аласаҡ. Төрлө предприятиелар, ойошмаларҙан – 8 кеше, район хакимиәтенең мәғариф бүлегенән - 11, физик культура, спорт һәм туризм буйынса комитетынан – 3 кеше, мәҙәниәт бүлегенән – 3, шәхси эшҡыуарҙар – 3 кеше, һаулыҡ һаҡлау өлкәһенән – 3, эске эштәр бүлегенән – 1кеше, “Көйөргәҙе” ҡулланыусылар йәмғиәтенән – 3 кеше, район Советынан – 5, ауыл хужалығынан – 20 кеше, “Коммунальник”, “Башкирэнерго”, “Ремонтник” йәмғиәттәренән һәм почта бүлексәһенән 1-әр кешенең фотолары ҡуйыласаҡ.
Читайте нас: