Юшатыр
-13 °С
Болотло
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Октябрь 2017, 14:34
ХӘТӘР ШӘП ҮТТЕ
Ҡарттар көнө Ялсыҡай ауылында хәтәр шәп үтте.
Ҡарттар көнө Ялсыҡай ауылында хәтәр шәп үтте.
Матур байрамды беҙгә клуб хеҙмәткәре Хәлимә Аҡсурина менән китапханасы Мәҙинә Ҡунаҡҡолова ойошторҙо.
Был көндө 80-90 йәшлек иң оло ауылдаштарға силсәүит бүләктәр тапшырҙы. Шулай уҡ юбилярҙарҙың да тыуған көндәрен билдәләнек. Йырлап, бейеп, сәйҙәр эсеп бик күңелле байрам итеп ҡайттыҡ. Ошондай бик шәп сараны ойоштороу өсөн эшҡыуар Хафиз Сарбаев, пенсионерҙар Шәүәли Вахитов һәм Мөнирә Сарбаева аҡсалата ярҙам күрһәткән. Оло йәштәгеләрҙең барыһы ла рәхәтләнеп ял итеп, күңел асып, алдағы тормошҡа дәртләнеп, ойоштороусыларға рәхмәттәр әйтеп таралышты.
Рәүзилә МӘЗИТОВА
Ялсыҡай ауылы
Читайте нас: