Все новости
Яңылыҡтар
6 Октября 2017, 14:03

КРИМИНАЛЬ ХРОНИКА

Уҙған 7 кѳн арауығында район полиция бүлегендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙың 11 факты теркәлгән. Ҡыуанысҡа, был күләм уртаса күрһәткестән байтаҡҡа кәмерәк. Шуларҙан ѳсәүһе юл-транспорт ваҡиғаһына, шул уҡ тиклеме административ хоҡуҡ боҙоу осрағына ҡарай.

Уҙған 7 кѳн арауығында район полиция бүлегендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙың 11 факты теркәлгән. Ҡыуанысҡа, был күләм уртаса күрһәткестән байтаҡҡа кәмерәк. Шуларҙан ѳсәүһе юл-транспорт ваҡиғаһына, шул уҡ тиклеме административ хоҡуҡ боҙоу осрағына ҡарай.

Быҙауҙы ла аямайҙар

Элеккесә урлашыуҙар ҙур ғына күләмде алып тора. Кѳҙ башланһа, мал юғалыу осраҡтарынан тыш, улар ҡазаға ла тарый. Аҙна башында Ѳфѳ-Ырымбур юлының Юшатыр ауылына боролошонда билдәһеҙ автомобилдә быҙауҙы тапатып киткәндәр. Ҡалған юл-транспорт ваҡиғаларында техник саралар механик зарар алған.

Кѳнкүреш хеҙмәте күрһәтергә уйлайҙармы икән?

Хәҙер кеше иҫәбенә матди хәлен еңеләйтергә теләүселәр нәмә генә һәм ҡайҙан ғына урламай. Ермолаевоның Совет урамынан хәбәр итеүҙәренсә, ихаталағы һарайҙан, хужаларына 15 мең һумлыҡ матди юғалтыу килтереп, электр бысҡыһына, шымартыу машинаһына, игәү станогына, шѳрѳп бора торған ҡоролмаға икенсе ҡулланыусылар табылған. Свободалағы Үҙәк урамда урынлашҡан ике гаражға тѳшкән бурҙар металл һынығына «айыу майы һѳрткән», ә Иж-Юпитер маркалы мотоциклды аяҡландыра алмағандар.

Ѳйҙә лә, мунсала ла туҡмайҙар

Ҡыҙғаныс, әлеге заманда яҡындағылары ололарға ҡарата физик кѳс ҡулланыу осраҡтары һирәк күренеш түгел. Әйтәйек, аҙна башында белдереүҙәренсә, Ольховкала улы әсәһен туҡмаған. Ермолаевоның Совет урамында йәшәүсе ир ике таныш егеттән тән йәрәхәттәре алған. Ә Ҡансыра ауылында булған хәл ҡыҙғаныс та, кѳлкѳ лә. Ошо ауылдан бер ир кеше хәбәр итеүенсә, уны мунсала туҡмағандар, һәм ул йыуыныу урынынан үҙаллы сыға алмаған.

Мәҡәләне район полиция бүлегенән алынған
мәғлүмәттәрҙе файҙаланып Урал ҠӘЙҮПОВ әҙерләне.

Читайте нас: