Все новости
Яңылыҡтар
10 Октября 2017, 16:25

АШХАНА БИНАҺЫНДА - КАФЕ

Районда иркенләп ял итер урындар аҙ, тиҙәр. Кафе-мафеларҙы әйтәбеҙ. Хәҙер ҡыуаҡ төбөндә ятып эсеүҙәр бөттө, был түбән мәҙәнилекте аңлата.

Районда иркенләп ял итер урындар аҙ, тиҙәр. Кафе-мафеларҙы әйтәбеҙ. Хәҙер ҡыуаҡ төбөндә ятып эсеүҙәр бөттө, был түбән мәҙәнилекте аңлата. Матур залда, матур музыка аҫтында, затлы ризыҡтар ашап ҡына ултырғы килә. Кәйеф-сафа ҡорор урын аҙлығын белепме, Айсыуаҡта элекке «Көйөргәҙе» совхозының етемһерәп ҡалған ашханаһын һатып алғандар, әле ремонт бара, тиҙҙән бында кафе буласаҡ, кондитер аҙыҡтары етештереү цехы ла асыласаҡ, тиҙәр. Ҡалалағы «Хуторок» кафеһы хужаһы һатып алған, ти, был бинаны. Миллион һум аҡсаға. Тиҙҙән ҡасандыр совхоз эшселәре ашаған ашхана урынында гөрләп торған заманса кафе булыр ҙа, туй-ҡунаҡтарҙы ошонда үткәрә башларбыҙ.
Читайте нас: