Туймазы районында бәлә – малдарҙа бешмә ауырыуы таралған. Был сиргә һыйыр малы һәм ваҡ мал, дөйә, ҡырағай ҡуш тояҡлылар, сусҡа һ. б. бирешеүсән; йылҡы ауырымай, ләкин вирусты йөрөтөүсе була ала. Кешегә һирәк осраҡта йоға. Инфекция сығанаҡтары – ауырыу хайуандар һәм вирус йөрөтөүселәр. Хәҙер был районда ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде, 400 баш малды һуйҙылар. Баҡһаң, Туймазыға бер фермер Ҡаҙағстандан һарыҡтар алып ҡайтҡан, был малҡайҙар ҡаҙаҡтар иленә Урта Азиянан килгән, тиҙәр. Тейешле нормалар үтәлмәгәнлектән (ветстанция ситтән килгән малдарҙы карантинға ҡуйып тикшерергә бурыслы, был хаҡта хужа ветврачтарға хәбәр итергә тейеш), республикабыҙ 1970-се йылдарҙан бирле күрмәгән сир тиҙ рәүештә тарала. Беҙҙең район властары йәнә бер ҡат иҫкәртә: кемдер ҡайҙандыр ниндәйҙер мал алып ҡайта икән, хужа тейешле органдарҙы иҫкәртмәһә, уның өсөн быны ауыл башлыҡтары эшләргә тейеш. Бәләһенән баш аяҡ, бер йылы ситтән килтерлегән малдар арҡаһында районда бруцеллез таралғанын онотмайыҡ. Кемдең берәй эше килеп сығып Туймазыға барырға ниәте булһа, әлегә юлға сыҡмай тороуы хәйерле, бешмә сире кешегә лә күсә икәнен онотмайыҡ. Тағы ла бер иҫкәртеү: Туймазыла сыҡҡан колбаса-фәләнде ашамайыраҡ тороғоҙ, һуйылған малды сүплеккә алып барып яндырһалар, һәйбәт тә, Рәсәй менталитетын иҫәпкә алһаҡ, ит мөғжизәле рәүештә колбаса цехына барып ятыуы ла ихтимал.