Хоҙай ныҡ мәрхәмәтле, был яҡты донъяға тыуған һәр бер йән эйәһенә үҙ ризығын бирә, тиҙәр. Әҙәм балаһы ла шуға ҡыбырҙай күбеһенсә – аяғың тәпелдәһә, ауыҙың сәпелдәр, тип тиккә әйтмәгәндәр. Бәшмәк мәлендә лә, йыбанмаһаң, әллә күпме запас тупларға мөмкин. Бәшмәк бигерәк тә Ҡунаҡбай яҡтарында ҡотороп ҙур булып үҫкән икән. Роза Әбдрәхимова апайыбыҙ ана ниндәйен тапҡан! Картуф эргәһенә батып ҡала ул, иҫән-һау ашарға яҙһын Хоҙай биргән аҙыҡты.