Юшатыр
-10 °С
Облачно
75 лет Победы
Все новости
Яңылыҡтар
10 Октября 2017, 14:49

МАТБУҒАТ – 2018

АРЗАНДЫ КЕМ ЯРАТМАЙ?Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!

АРЗАНДЫ КЕМ ЯРАТМАЙ?

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!

15 октябргә тиклем «Юшатыр»ға 2018 йылға льготалы яҙылыу бара. I ярты йыллыҡҡа яҙылыу – 811 һум 26 тин. Ә декадала 730 һум 14 тин. Мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ.

Йыллыҡ яҙылыу – 1487 һум 58 тин. Декадала – 1338 һум 82 тин. Яҙылып ҡала һалығыҙ.

Инвалидтар һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ярты йылға 65 һум 10 тингә, бер йылға 1208 һум 75 тингә яҙыла ала.


Азамат ТУЙГИЛДИН:

– Һеҙҙең гәзиттә уҡымлы материалдар күп сыға – тематика йәһәтенән ҡоласығыҙ киң. Актуаль темалар, төрлө проблемалар күтәреүегеҙ маҡтауға лайыҡ. Ҡайһы бер ерҙә яҙманы һоро фонда биреүегеҙ генә уҡыуҙы ҡыйынлаштыра, шул турала уйлағыҙ әле. Гәзит хәҙер аҙнаһына ике килеүе лә ҡыйын – өс тапҡырға өйрәнелгән, кесе йома булдымы – көтәһең дә ултыраһың, килмәгәс, нимәлер етмәгән төҫлө. Дөйөм әйткәндә, гәзит шәп, артабан да ошолай дауам итегеҙ.


«ТУҒАН БАҪМАҢА ЯҘЫЛ»

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!

Йыл аҙағына тиклем республикала «Туған баҫмаңа яҙыл» марафоны барасаҡ. Ул үҙ эсенә «Супер бүләк от», «Сәләмәт булығыҙ», «Аҙна һайын бүләк», «Бәхетле авто», «Гәзит минең тормошомдо нисек үҙгәртте?» конкурстарын ала.

«Аҙна һайын бүләк» конкурсында ҡатнашыу өсөн 2018 йылға, 6 айҙан да кәм түгел, «Юшатыр»ға яҙылырға һәм редакцияға квитанцияның күсермәһен алып килергә кәрәк. Аҙна һайын еңеүсе билдәләнә, фотоһы гәзит битендә баҫыла.

«Бәхетле авто» конкурсы ноябрҙә үткәрелә.

«Супер бүләк от» уйынында ҡатнашыу өсөн 2018 йылға, 6 айҙан да кәм түгел, бер республика баҫмаһына һәм «Юшатыр» гәзитенә яҙылып, абонементтарҙың күсермәһен түбәндәге адресҡа ебәрергә: 450077, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45, «Республика Башкортостан» нәшриәт йорто ДУП-ы, яҙылыу һәм һатыу бүлеге.

«Сәләмәт булығыҙ!» конкурсында ҡатнашыу өсөн бер республика, «Юшатыр»ға яҙылып, үрҙәге килтерелгән адресҡа ебәрергә кәрәк. Бүләктәр – һәр саҡ кәрәкле медицина тауарҙары.

«Гәзит минең тормошомдо нисек үҙгәртте?» конкурсына «Юшатыр» гәзите һеҙҙең тормошоғоҙҙо нисек үҙгәртеүе хаҡында яҙығыҙ һәм редакцияға ебәрегеҙ. Иң ҡыҙыҡлы тип табылған 10 хат «Республика Башкортостан» нәшриәт йортона ебәреләсәк.
Читайте нас в