Все новости
Яңылыҡтар
10 Октября 2017, 16:31

«ТАНЫМАҺАҢ»,ТАНЫТМА ТАНЫТЫР

Без бумажки - ты букашка, ти урыҫ халҡы. Мәҫәлән, һине ниндәйҙер арыу ғына посҡа ҡуйҙылар, власть бирҙеләр, ти, ҡулыңда ҡағыҙың булмаһа, аңлат һин кешегә кем булыуыңды.

Без бумажки - ты букашка, ти урыҫ халҡы. Мәҫәлән, һине ниндәйҙер арыу ғына посҡа ҡуйҙылар, власть бирҙеләр, ти, ҡулыңда ҡағыҙың булмаһа, аңлат һин кешегә кем булыуыңды. Беҙҙә хәҙер власть бүлешкән кешеләр күп (кеше аҙая бара, начальниктар арта бара), бына ауылдарҙа старосталар барлыҡҡа килде, тағы ирекле халыҡ дружиналары ла булды. Барыһы ла силсәүиткә ярҙам булһын өсөн. Беҙ старосталарға ла, дружинниктарға ла махсус танытма бирергә йыйыныуҙары хаҡында яҙҙыҡ, бына, ниһайәт, тиҙҙән һәр староста һәм дружинник буяу еҫе кибеп тә бөтмәгән өп-өр яңы ҡыҙыл танытма аласаҡ. Хәҙер ысын власть кешеләре булырҙар, кеше алдында ла оят булмаҫ, урам буйлап берәйһе һалмыш ҡайтып килгәндә туҡтатһалар, йәки ире ҡатынын сарҡылдатып туҡмаған ваҡытта килеп ҡыҫылһалар, кем әле һин ул тиклем, тигән һорауға закон боҙоусының танау төбөнә танытманы тығырҙар. Ҡағыҙҙың көсө яман шул, ауылда тәртип урынлаштырырға хәҙер инде корочкалы власть вәкилдәре ныҡ ярҙам итер, тип ышанабыҙ.
Читайте нас: