Все новости
Яңылыҡтар
10 Октября 2017, 16:07

ТЫРЫШ ТА, ДӘРТЛЕ ЛӘ

Республикабыҙҙа хаҡлы ялдағылар араһында үткәрелгән “Мин тормошто яратам!” исемле фестиваль-конкурсы киң ҡолас алды. Үткән аҙнала баш ҡалабыҙ Конгресс-холында был бәйгенең гала концерты үтте.

Республикабыҙҙа хаҡлы ялдағылар араһында үткәрелгән “Мин тормошто яратам!” исемле фестиваль-конкурсы киң ҡолас алды. Үткән аҙнала баш ҡалабыҙ Конгресс-холында был бәйгенең гала концерты үтте. Унда районыбыҙҙан сығыш яһарға Шәбағыш ауылынан бейеүсе Булат Урманбәтов та саҡырылды. Ул, башҡорт халыҡ бейеүе “Байыҡ”ты бейеп, жюри рәйесе, Башҡортостан АССР-ының халыҡ, Татарстандың һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Нәзифә Ҡадированың махсус бүләге һәм “Ижади потенциалды үҫтереүе һәм тырышлығы өсөн”дипломы менән бүләкләнде.
Читайте нас: