Все новости
Яңылыҡтар
10 Октября 2017, 16:29

УТ ТӨРТКӘНДӘРМЕ?

Үткән аҙнала районда ике янғын булған.

Үткән аҙнала районда ике янғын булған.

7 октябрҙә Ермолаевола берәүҙең мунсаһында ут сыға – мейес үтә ҡыҙыу яғылған була, мунсаның ҡыйығы янып бөтә. Бынан бер көн алда таң менән Түкәндәге бер фермерҙың пилорамаһы яна. Янғын һүндереүселәр пилорамаға махсус ут төрткәндәр тигән һығымтаға килә - электр уты өҙөлгән, ут сығырлыҡ башҡа сәбәп юҡ. Шуныһы ғына: фермерҙың пилораманан тыш башҡа объекттары ла бар, уларға ут һалмай, ниңә тап пилорамаға төртөргә ине? Был хәл 7 октябрҙә була. Әллә беҙҙә лә революционерҙар барлыҡҡа килдеме 100 йыл элек ваҡыттағы һымаҡ? Синфи һуғыш тип, байҙарҙың мөлкәтен юҡ итеү маҡсатындамы? Хәйер, кулактарға ҡаршы яу асырлыҡ кеше лә юҡ һымаҡ, фермерҙар ауылда эшләргә кеше таба алмаған заман.
Читайте нас: