“Аҙна һайын бүләк” акцияһы башланды. Бының өсөн 2018 йылға 6 айҙан да кәм түгел, “Юшатыр” гәзитенә яҙылырға һәм редакцияға квитанцияның күсермәһен алып килергә кәрәк. Беҙҙең тәүге бүләккә йыл да гәзиткә яҙылыусы, 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатында эшләүсе, инглиз теле уҡытыусыһы Әлфиә Хөснулла ҡыҙы Сәлихова лайыҡ булды. Ул салаттар йыйылмаһы отто. Киләһе конкурс алдағы аҙнала уйнатыласаҡ.