Все новости
Яңылыҡтар
16 Октября 2017, 12:42

БЕЛЕП БАҪТЫР

Иртә таң менән Күмертауҙа йәшәүсе матур 28 йәшлек ҡатын эшенә ашыға. Һуңлайым әпәт, тип шөрләп, ул юлды ҡыҫҡартырға була, тимер юл вокзалы яғынан Палатников урамына тураға тарта.

Иртә таң менән Күмертауҙа йәшәүсе матур 28 йәшлек ҡатын эшенә ашыға. Һуңлайым әпәт, тип шөрләп, ул юлды ҡыҫҡартырға була, тимер юл вокзалы яғынан Палатников урамына тураға тарта. Һуҡмаҡ буйлап китеп барғанда артынан бер ирҙең төшөүен һиҙә, һиҙә лә ул, ҡасырға һуң була. Теге әҙәм ҡатын янына килеп аҡса дауайлай башлай. Бәхет тигәне булғандыр йәш ҡатындың, бик алыҫта түгел икенсе ирҙең китеп барыуын күрә лә, тегенең янына йүгерә, юлбаҫар эргәһендә теге ете ят кешене туғанын тап иткәндәй итеп һөйләшә башлай. Эштең нимәлә икәнен уйламаҫтан килеп сыҡҡан кеше аңлай, ҡатын менән бер туған ағай ролен башҡара. Теге аҡса таларға теләүсе шунда уҡ тайыу яғын ҡарай. Тик полиция уны барыбер тота. Баҡһаң, ул бер ҡайҙа ла эшләмәүсе 21 йәшлек Көйөргәҙе районы кешеһе булып сыға. Рәхәтләнеп йәшәр, ҡыҙҙарҙы аҡса талайым тип түгел, башҡа маҡсатта баҫтыраһы урынға (яҡшы мәғәнәлә) егетебеҙ хәҙер матур мәлдәрен төрмәлә үткәрерме икән?
Читайте нас: