Все новости
Яңылыҡтар
16 Октября 2017, 12:40

КӨЙӨРГӘҘЕЛӘРҘЕ БАЙРАМҒА САҠЫРАБЫҘ

20 сентябрҙә Өфөлә «КЛУБ’оk XXI века» исемле конкурстың икенсе этабы үткәйне.

20 сентябрҙә Өфөлә «КЛУБ’оk XXI века» исемле конкурстың икенсе этабы үткәйне.

Унда беҙҙең морапталдар финалға сыҡты. Конкурс талаптары буйынса Яңы Мораптал елле генә бер мәҙәни сара үткәрергә тейеш ине. 18 октябрь сәғәт 12-лә, ауыл мәҙәниәт йортонда, «Сәк-сәк һәм ҡуллама байрамы» буласаҡ. Бына морапталдар ул байрамға әҙерләнә лә башлаған,ошондай сәк-сәк тә әҙерләп ҡуйған. Әгәр ҙә мәгәр барыһы ла яҡшы булһа, уларға 100 мең күләмендә аҡса биреләсәк.

Байрамдың матур үтеүен, аҡсаның, ситкә китмәй, Яңы Морапталға килеп ятыуын теләйбеҙ һәм бар көйөргәҙеләрҙе ошо байрамға саҡырабыҙ.
Читайте нас: