Все новости
Яңылыҡтар
17 Октября 2017, 17:46

“ҠАУШАП ҠАЛЫРҒА ВАҠЫТ ЮҠ ИНЕ”

12 октябрҙә төнгө сәғәт берҙәр тирәһендә, Павловка ауылындағы йортта янғын сыға. Был ваҡытта өйҙә өс кеше булған. Бер ир һәм уның оло йәштәге ата-әсәһе. Тәфтишселәр фекеренсә, кирбес йортта янғын сығыуҙың сәбәбе – сымдарҙың ҡыҫҡа тоташыуы. Бәхеткә, шул саҡ машина менән Керәүле-Илюшкиндан ҡайтып барыусы Михаил Григорьев исемле егет төтөндө күреп ҡала һәм ярҙамға ашыға.

12 октябрҙә төнгө сәғәт берҙәр тирәһендә, Павловка ауылындағы йортта янғын сыға. Был ваҡытта өйҙә өс кеше булған. Бер ир һәм уның оло йәштәге ата-әсәһе. Тәфтишселәр фекеренсә, кирбес йортта янғын сығыуҙың сәбәбе – сымдарҙың ҡыҫҡа тоташыуы. Бәхеткә, шул саҡ машина менән Керәүле-Илюшкиндан ҡайтып барыусы Михаил Григорьев исемле егет төтөндө күреп ҡала һәм ярҙамға ашыға.

Михаил ГРИГОРЬЕВ, Павловка ауылы:

- Күрше ауылдан машина менән ҡайтып бара инем. Үҙебеҙҙең ауылға килеп ингәс тә төтөн еҫен һиҙҙем, уғаса “ҡыҙыл әтәс” күренде. Тиҙ генә янғын һүндереүселәргә шылтыраттым да, ярҙамға дуҫым Римде саҡырҙым. Рим менән йорттарын тоташтырған газды һүндерҙек тә, тәҙрәләрҙе тоҡолдата башланыҡ. Берәү ҙә ишетмәгәс, тәҙрәләрҙе ватайыҡ тип торғанда, йорт хужаларының улдары, үҙе тәҙрәне ватып, әсәһен сығарҙы. Беҙ дуҫым менән шулай уҡ тәҙрә аша атлай алмаған оло йәштәге атаһын сығарҙыҡ. Шул арала ут өйҙө ялмап та алды, ул тулыһынса янды. Был ваҡытта ҡурҡыу тигән нәмә бөтөнләй юҡ ине, киреһенсә адреналин көслө булғандыр. Әгәр 5 минут тирәһе ваҡытҡа ғына һуңлаһаҡ та, был хәл ни менән бөтөр икәнлеге хаҡында уйлауы ла ҡурҡыныс.

Рим ӘМӘКӘСОВ, Павловка ауылы:

- Мин дуҫым Михаилды көтөп йөрөй инем, ул янғын сығыуы тураһында хәбәр иткәс, шунда саптым. Ҡулдан килгәнсә барыһын да эшләнек, Аллаға шөкөр, һәләк булыусылар, зыян күреүселәр булманы. Ҡурҡып йә ҡаушап ҡалырға ваҡыт юҡ ине ул саҡта. Элек тә ошоға оҡшаш ваҡиғаға эләгеп, кешеләргә ярҙам иткәнем булды. Маҡтанып ултырырға беҙ хәҙер бала-саға түгел бит инде, минең турала яҙмаһағыҙ ҙа була, - тине.

Михаил менән Рим - класташтар, уларға әле 23-әр йәш. Дуҫ егеттәрҙең был ҡыйыулыҡтары маҡтауға лайыҡ. Ошондай батыр ҙа, ҡыйыу ҙа егеттәребеҙгә район хакимиәтендә Рәхмәт хаттары әҙерләргә уйлайҙар.

13 октябрҙә йәнә бер өйҙә янғын сыға. Был юлы сәғәт таңғы 4-тәр тирәһендә Ермолаево ауылының Пролетарь урамындағы ағас йортҡа ут тоҡана. Йорттоң ҡыйығы яна, стеналары ла зыян күрә. Янғын сығыуҙың сәбәбе – электр ҡорамалдарын монтажлағанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре теүәл үтәлмәгән. Бәхеткә, был осраҡта ла үлеүселәр һәм ҡаза күреүселәр юҡ.

Автор фотоһы

Читайте нас: