Все новости
Яңылыҡтар
23 Октября 2017, 12:59

НИГЕҘ ҺАЛЫНДЫ

Яңы Муса ауылы халҡы изге эш башлап ебәрҙе. Улар ошо арала, ауылдың иң матур урынында яңы мәсеткә нигеҙ һалды.

Яңы Муса ауылы халҡы изге эш башлап ебәрҙе. Улар ошо арала, ауылдың иң матур урынында яңы мәсеткә нигеҙ һалды.

Ауыл муллалары нигеҙгә ҡот өҫтәп ҡөръән дә уҡыны.

– Аллаға шөкөр, ауылдаштар менән берлектә яңы мәсеткә нигеҙ ташы һалдыҡ. Изге ниәтебеҙҙе тормошҡа ашырырға насип булһын. Ошоғаса үҙ илебеҙҙә тыныс, татыу йәшәп килдек, Аллаһы Тәғәлә киләсәктә лә матур тормоштан айырмаһын. Иман йортон төҙөүҙә ярҙам күрһәтергә йыйынған, барыбыҙға ла сәләмәтлек һәм башланғыстарыбыҙҙа уңыш теләйбеҙ, - ти Яңы Муса ауылы халҡы.

Иң яҡшы эш – дауамлы эш, ә был эштең дауамы булыр, тип ышанайыҡ. Киләсәктә бында күркәм Аллаһ йорто ҡалҡып сығып, ауыл халҡын иман нурҙарына ҡойондороп, тик тура юл ғына күрһәтеп торасағына өмөт итәйек.

Рәмил ХӘМИТОВ фотоһы

Читайте нас: