Яңыраҡ берәү таң менән ҡайҙандыр ҡайтып килә машинала. Ни сәбәптәндер, әллә һалмыш була, әллә йоҡоһо баҫа, әллә эргәһендә берәйһе машинаны йөрөтөргә мешать итә, әллә барыһы ла бергә була - был кеше Ялсыҡай урамындағы һин дә мин торған бетон бағанаға килеп бәрелә.
Беҙҙә автомобиль яһай белмәйҙәр, тип һүккән булалар, был Рәсәй машинаһы (Приора йә Калина булған тиҙәр) ыһ та итмәй бағананы ҡыйшайта ла бер ни булмағандай артабан китеп бара. Кем булған был Шумахер? Береһе лә белмәй, ГАИ килеп Таймаҫ яҡтарын аҫтын-өҫкә килтереп эҙләп тә ҡарай, береһен дә таба алмай. Тегеһе әллә машинаһын кәбән аҫтына тыҡҡан. Тора торғас барыбер килеп сыға ул, тип өмөт итә властар, бағананы юҡ иткәс, яуап та бир. Бағана хаҡы 5 мең, ремонтлап ҡуйыуы менән 10 меңгә барып баҫа, тиҙәр. Таймаҫта ике автосервис бар, шуларҙың береһенә барыбер бара ул, тип теге Лада хужаһын аңдырға уйлайҙар. Кәбән аҫтындамы, ҡайҙа булған машина килеп сыҡһа, уны ауылдаштары һатырмы икән?