Все новости
Яңылыҡтар
24 Октября 2017, 11:59

ЯҘЫЛЫР ВАҠЫТ ЕТТЕ

Күмертау ҡалаһының, Көйөргәҙе районының барлыҡ почта бүлектәрендә лә 2018 йылға «Юшатыр» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Почта бүлегенә бара алмаһағыҙ, почтальондарға мөрәжәғт итергә була.

Күмертау ҡалаһының, Көйөргәҙе районының барлыҡ почта бүлектәрендә лә 2018 йылға «Юшатыр» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Почта бүлегенә бара алмаһағыҙ, почтальондарға мөрәжәғт итергә була.

2018 йылдың I ярты йыллығына яҙылыу хаҡы – 811 һум 26 тин. Йыллыҡ яҙылыу хаҡы – 1487 һум 58 тин.

Редакция аша яҙылыу – 462 һум. Тик шуны онотмағыҙ: кем редакция аша яҙыла, шул гәзитте редакциянан үҙе килеп алырға тейеш. «Юшатыр»ҙың электрон версияһына яҙылыу 498 һум тора.

«Аҙна һайын бүләк» акцияһы дауам итә. Бының өсөн 2018 йылға 6 айҙан да кәм түгел, «Юшатыр» гәзитенә яҙылырға һәм редакцияға квитанцияның күсермәһен алып килергә кәрәк. Шулай уҡ «Бәхетле авто» конкурсында ҡатнашыу өсөн дә квитанцияларығыҙҙың күсермәләрен редакцияға килтереүегеҙ һорала. Тик автоконкурсҡа икәнлеген әйтеп яҙҙырырға кәрәк.

Миңленур СӘЙФЕТДИНОВА, 74 йәш, Абдул ауылы:

- «Юшатыр» гәзитен бик яратып уҡыйым. Районда, ҡалала булған бар хәбәрҙәрҙе һеҙҙең гәзит аша беләм. Шул тиклем матур итеп яҙаһығыҙ. Гәзитегеҙҙә бөтөн мәғлүмәт бар. Ҡыҫҡа-ҡыҫҡа ғына яҙылған донъя, ил хәбәрҙәре лә бик оҡшай. Уныһы ла кәрәк. Реклама -фәләндәрегеҙ күп түгел. Мәҡәләләр бик тә күңелгә ятышлы итеп яҙыла. Оло йәштә булһам да, бер күҙем күрмәһә лә, гәзитте йыл да алдырам. Гәзит уҡымаһаң, наҙан кеше кеүекһең бит. Башҡа ауылдаштарыма, таныштарыма ла гел генә «Юшатыр»ға яҙылығыҙ, унда бик ҡыҙыҡ нәмәләр күп, тип әйтеп торам. Иртәнге һәм аҡшам намаҙҙарын уҡыр өсөн ҡояштың сыҡҡан һәм байыған ваҡыттарын да һеҙҙең гәзит аша беләбеҙ. Шуға күрә минең һеҙгә бер генә теләгем бар: ана шул ваҡыттарҙы ҡара буяу эсенә яҙмаһағыҙ ине. Беҙ, оло йәштәгеләр, уны яҡшылап күрә алмайбыҙ. Рәхмәт, һеҙгә «Юшатыр»ҙар! Беҙҙе артабан да шулай ҡыуандырып тороғоҙ!
Читайте нас: