Все новости
Яңылыҡтар
27 Октября 2017, 16:20

ГӘЗИТКӘ ЛӘ ЯҘЫЛДЫ, БҮЛӘГЕН ДӘ ОТТО

“Аҙна һайын бүләк” акцияһы дауам итә. Бының өсөн 2018 йылға 6 айҙан да кәм түгел, “Юшатыр” гәзитенә яҙылырға һәм редакцияға квитанцияның күсермәһен алып килергә кәрәк.

“Аҙна һайын бүләк” акцияһы дауам итә. Бының өсөн 2018 йылға 6 айҙан да кәм түгел, “Юшатыр” гәзитенә яҙылырға һәм редакцияға квитанцияның күсермәһен алып килергә кәрәк. Беҙҙең сираттағы бүләк йыл да гәзиткә яҙылыусы Яҡут һылыуы, ҡалалағы перинаталь үҙәктә шәфҡәт туташы булып эшләүсе Ләйсән Хәсәнова өлөшөнә төштө. Ул матур ғына кескәй сәйнүк отто. Беҙ Ләйсәнгә тормош юлдашын табып, яратҡан, аңлаған йәр менән бергәләшеп сәй эсергә яҙыуын теләп ҡалдыҡ. Киләһе конкурс алдағы аҙнала уйнатыласаҡ.

МӨХӘРРИРИӘТ


Күмертау ҡалаһының, Көйөргәҙе районының барлыҡ почта бүлектәрендә лә 2018 йылға «Юшатыр» гәзитенә яҙылыу дауам итә.

2018 йылдың I ярты йыллығына яҙылыу хаҡы – 811 һум 26 тин. Йыллыҡ яҙылыу хаҡы – 1487 һум 58 тин.

Редакция аша яҙылыу – 462 һум. Тик шуны онотмағыҙ: кем редакция аша яҙыла, шул гәзитте редакциянан үҙе килеп алырға тейеш. «Юшатыр»ҙың электрон версияһына яҙылыу 498 һум тора.

Рәмилә ӘКБӘРОВА, Зәк-Ишмәт ауылы:

- «Юшатыр» гәзитен яратып уҡыйым. Башҡа гәзиттәр мәғлүмәтте дөрөҫ түгел яҡҡа үҙгәртеп яҙырға ярата, ә «Юшатыр»ҙар үҙебеҙ яҙып ебәргән йәки телефон аша әйткән хәбәрҙәребеҙҙе тағы ла матурлап, йәмләндереп, йәнләндереп яҙып ҡуя. Шулай уҡ район, ҡала тормошондағы барлыҡ яңылыҡтарҙы иң тәүҙә «Юшатыр» гәзитенән табабыҙ. Улар шул тиклем тиҙ эшләй, мәғлүмәтте ваҡытында сығара һалалар. Хатта, нисек өлгөрәләр икән тип, аптырап ҡуяһың. Тағы ла миңә мәҡәләләрҙең гәзит уҡыусылар исеменән бирелеүе оҡшай. «Юшатыр»ҙың уҡыусылары ғына түгел, яҙышыусылары ла бихисап булыуы һоҡландыра. Гәзит хеҙмәткәрҙәренә уңыштар теләйем, артабан да шулай итеп беҙҙең өсөн, халыҡ өсөн, янып эшләйәсәгегеҙгә ышанысым ҙур. Рәхмәт һеҙгә!
Читайте нас: