Все новости
Яңылыҡтар
27 Октября 2017, 16:19

ЯҢЫ ҺУЛЫШ АЛДЫҠ

Көйөргәҙе районы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы йыйылышында булып ҡайттыҡ. Унда районыбыҙ башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтовтың сығышын иғтибар менән тыңланыҡ.

Көйөргәҙе районы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы йыйылышында булып ҡайттыҡ. Унда районыбыҙ башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтовтың сығышын иғтибар менән тыңланыҡ.

Яратҡан «Юшатыр» гәзите аша уға барлыҡ Абдул ауылы халҡы исеменән рәхмәт әйтке килә. Беҙҙең ауылда һуңғы ваҡыта бик күп эштәр башҡарылды. Мәктәптең ҡыйығы ябылды, спорт залына ҙур капиталь ремонт эшләнде, пластик тәҙрәләр ҡуйылды. Шулай уҡ магазиныбыҙ, мәҙәниәт йортобоҙ төҙөкләндерелде. Абдул халҡы яңы һулыш алып йәшәй башланы. Иң ҡыуаныслыһы — ауылыбыҙға йәшәргә йәштәр ҡайта башланы. Беҙ айырыуса мәктәп өсөн рәхмәтлебеҙ. Район етәксеһен маҡтап бөтә алмайбыҙ. Әхәт Йәүҙәт улы оҙаҡ йылдар районды етәкләй. Ул ҡайһы ауылда ниндәй проблема бар икәнен бик яҡшы белә. Барыһын да күреп, белеп, күңеле аша үткәреп тора. Абдулдың яңы һулыш алыуы өсөн беҙ уға мең рәхәмәтлебеҙ. Алдағы көндәрҙә лә бер ниндәй имеш-мимештәргә ҡарамайынса, шулай итеп районыбыҙ өсөн янып-көйөп йәшәргә һәм эшләргә яҙһын Һеҙгә!

Зөлфирә УСМАНОВА,
Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе
Абдул ауылы

Читайте нас: