Все новости
Яңылыҡтар
31 Октября 2017, 19:09

ТАҒЫ БЕР ЫНТЫЛҺАЛАР

Әле көҙгө тәбиғәттең йә ҡары, йә ямғыры менән аптыратҡан мәле. Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре өсөн был һәйбәт түгел, әлбиттә. Уларға ҡайһы бер эшләйһе, тамамлайһы эштәрен туҡтатып торорға тура килә.

Әле көҙгө тәбиғәттең йә ҡары, йә ямғыры менән аптыратҡан мәле. Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре өсөн был һәйбәт түгел, әлбиттә. Уларға ҡайһы бер эшләйһе, тамамлайһы эштәрен туҡтатып торорға тура килә.

Әлеге көндә район буйынса 628 гектарҙа кукуруз, 14177 гектарҙа көнбағыш йыйып алынған. Кукуруздың гектар ҡеүәте — 24,6 ц, көнбағыштыҡы - 10 центнер. 34599 гектар ер эшкәртелгән, шуның 2815 гектары — туңға һөрөү.

Яуым-төшөм бер аҙға ғына булһа ла туҡтап тороп, тәбиғәт ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренә тағы бер ынтылырға — ҡалған 5 мең гектарҙағы уңышты ла йыйып алырға мөмкинлек тыуҙырыр, тип ышанабыҙ.
Читайте нас: