Все новости
Яңылыҡтар
3 Ноября 2017, 13:42

КЕШЕ КҮП КИЛДЕ

Һауа торошо бик насар булһа ла, аҙна уртаһында Айсыуаҡ ауылы мәҙәниәт йортонда үткәрелгән сираттағы сходҡа күп кенә кеше йыйылды.

Һауа торошо бик насар булһа ла, аҙна уртаһында Айсыуаҡ ауылы мәҙәниәт йортонда үткәрелгән сираттағы сходҡа күп кенә кеше йыйылды.

Халыҡ менән осрашыуға Ермолаево ауыл советы хакимиәте башлығы Роман Барановский, уның урынбаҫары Марина Букреева, полиция хеҙмәткәре майор Евгений Канарейкин, торлаҡ хужалығына идара итеү идаралығы етәксеһе Олег Сизиков, «Коммунальник» йәмғиәтенең генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Сергей Селищев килде.

Сараны башлап Роман Александрович асты, ул яңыраҡ Советтар Союзы Геройы Вениамин Недошивиндың тыуыуына 100 йылл тулыуға арналған байрамды ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡан бер тѳркѳм ҡатын-ҡыҙҙарға Маҡтау грамоталары тапшырҙы. Артабан Айсыуаҡ ветеринария участкаһы етәксеһе Риф Байғужин залдағыларға яңыраҡ республиканың бер нисә районында күҙәтелгән малдың бешмә ауырыуы һәм унан һаҡланыу алымдары тураһында бәйән итте, һорауҙарға яуап бирҙе. Йыйылыусылар полиция хеҙмәткәре Е. Канарейкинға имен булмаған ғаиләләр менән эшләү, кѳмѳшкә һатыуға ҡағылған һорауҙар менән мѳрәжәғәт итте. Йыйында ҡатнашыусылар беҙҙең ѳсѳн даими темалар – юлдарҙы йүнәтеү, уларҙы ҡышҡы осорҙа таҙартыу, рѳхсәтһеҙ урындарға сүп-сар түгеү, кѳнкүреш ҡалдыҡтары ѳсѳн ҡуйылған һауыттар эргәһендәге тәртипһеҙлек, автобус маршрутын оҙонайтыу, күп фатирлы йорттарҙы тейешенсә йылытыу мәсьәләләрен күтәрҙе. Сарала ҡатнашыусы етәкселәр уларҙың ҡайһы берҙәрен кисекмәҫтән үтәргә вәғәҙәләне, икенселәрен яҡын киләсәктә хәл итергә һүҙ бирҙе.

Айсыуаҡ ауылы


Читайте нас: